Һыу торбаһы көнөнә әйләнеп ҡайтҡанда, уны Бөтә донъя сантехника буйынса совет (WPC, 30 илдән 200-ҙән ашыу ағзаһы бар) башланғысы менән булдырғандар.
Тарихҡа күҙ һалғанда, һыу торбалары бик борондан уҡ булған. Боронғо Месопотамияла ямғыр һыуын йыйыу һәм һыуҙы ағыҙыу өсөн балсыҡ торбалар ҡулланылған.
Мысырҙа беҙҙең эраға тиклемге 2000 йылдарҙа уҡ фирғәүендәр һарайын һыу менән тәьмин итеү өсөн балсыҡтан һәм ағастан һыу үткәргес яһалған.
Боронғо Римдә махсус акведуктар булған, бәғзеләре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.
Ә шулай ҙа иң боронғо һыу торбаһы Пакстанда булған, имеш. Бынан 4000 йыл әүәл төҙөлгән икән.
Рәсәйҙә иһә тәүге һыу үткәргес Бөйөк Новгородта XII быуатта барлыҡҡа килгән. Мәскәүгә ул ҡоролма XV быуатта ғына килеп еткән.