Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 16:25

Юл фажиғәләре - 9 март

Кисен Баймаҡ районы Темәс ауылының Совет урамында билдәһеҙ водитель 35 йәшлек ҡатынды тапай. Ҡатын "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап китә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре механик зыян күргән машинаны Түбәнге Иҙрис ауылында эҙләп таба. Автомобиль хужабикәһенең ҡыҙы, машинаны бер туған ағайым йөрөткәйне, тип аңлата. Ағаһын Темәс ауылында тотоп, полиция бүлегенә килтерәләр. Тикшереү барышында ир аварияға ҡыҫылышы юҡлығын раҫлай. Аҙаҡ уның 19 йәшлек һеңлеһе ғәйебен таный, һәләк булған ҡатындың юл уртаһында ятыуын һөйләй. Ауылдаштарының әйтеүенсә, мәрхүмә иҫерек булған. Ҡыҙҙың водитель танытмаһы юҡ. Был ваҡиға буйынса суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. Ҡыҙ ситкә сыҡмау тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйған. 

Юл фажиғәләре - 9 март
Юл фажиғәләре - 9 март

Һәләк булған ҡатындың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән, 2100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 29 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: