Был хәл Өфөлә йәшәгән 62 йәшлек ир менән уның 36 йәшлек улы йәшәгән шәхси йортта булған. Улар фажиғә көнөндә спиртлы эсемлектәр эскән, һәм ирҙәр араһында ыҙғыш сыҡҡан. Бәхәс ваҡытында улы өҫтәлдән аш-һыу бысағын алып, атаһының күкрәк ситлегенең һул яғына сәнскән. Енәйәтсе, үҙенең ғәйебен аңлап, “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан, ләкин зыян күреүсе табиптар килгәнсе йән биргән.
Низағ сәбәбен ир бер нисек тә аңлата алмаған, сөнки ныҡ иҫерек булған. Енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен ул таныны. Мәрхүмдең кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов