Өфөлә ир Һаҡлыҡ банкының Киров урамындағы 47-се йорттағы офисында йән биргән. Был хаҡта 9 мартта банктың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Ойошмала һөйләүҙәренсә, клиент үҙен насар тойған һәм аңын юғалтҡан.
– Банк хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарҙың килеүенә ир кеше вафат булған. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, – тип хәбәр иттеләр банктан.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ир тәбиғи сәбәптәр буйынса йән биргән.
Фото: Т. Аманов