Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 11:57

Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, беҙ ике йыл пандемия шарттарында, эшләргә теләүсе һәм эшләй белеүсе эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса бай тәжрибә тупланыҡ.

Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында һөйләне
Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында һөйләне

Ошо ике йылда беҙҙә эшҡыуарҙар һаны ла артҡан, компаниялар ҙа киңәйә бара һәм яңы эш урындары булдырыла.

Былтыр ғына республикала 26,3 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты барлыҡҡа килгән. Был дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле булыуын да раҫлай.

"Хәҙер беҙҙең алда яңы һынау һәм яңы мөмкинлектәр тора. Санкциялар шарттарында элек сит ил компаниялары биләгән урындар бушай. Беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс - эшҡыуарҙарға ярҙам итеү. Тиҙ генә эшләргә кәрәк. Беҙ бығаса булған ярҙам сараларын һаҡлайбыҙ һәм тағы ла яңыларын өҫтәйбеҙ", - тип яҙған Радий Хәбиров "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

 БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында оператив штаб эшләй. Уның бурысы - бизнестағы проблемаларҙы тиҙ генә асыҡлау һәм хәл-торошто мониторингылау. Бизнес-шерифтар ҙа барыһын да контролләйәсәк.

Башҡортостан микрокредит компанияһы эшҡыуарҙар алған займдар буйынса "кредит каникулдары" бирергә әҙерләнә. Төбәк лизинг компанияһы льготалар буйынса шарттарҙы тулыһынса һаҡлай.

Һалым ташламалары ла ҡарала.

"Минең бизнесым" офистары ла эшҡыуарҙарға - ҙур ярҙамсы. Быйыл тағы дүрт офис асмаҡсылар.

Көрсөккә ҡаршы "ҡыҙыу линия" эшләй: +7 (347) 224-99-99.

Фото: vk.com

Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында һөйләне
Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында һөйләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: