Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 14:43

Ни өсөн шәкәргә хаҡ артҡан?

Алексей Гусев төбәктә шәкәргә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.

Ни өсөн шәкәргә хаҡ артҡан?
Ни өсөн шәкәргә хаҡ артҡан?

 БР сауҙа министрлығына магазиндағы аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуға бәйле бик күп мөрәжәғәттәр килә. Айырыуса шәкәр хаҡтарына бәйле.

Был хаҡта  сауҙа һәм хеҙмәттәр министры  Алексей Гусев һөйләне.

– Хаҡтарҙың артыуына төрлө факторҙар йоғонто яһай: тауарҙы етештереүгә, һаҡлауға, алып килеүгә, ҡаптарға төрөүгә киткән һәм башҡа сығымдар, тәҡдим менән һорау араһындағы баланс һ.б.

Шулай уҡ  халыҡ тарафынан һорауҙың ҙур булыуы ла мөһим роль уйнай. Сауҙа үҙәктәре билдәләүенсә, һуңғы көндәрҙә шәкәргә һорау ныҡ артҡан.  Һатыусылар келәттәрҙән тауар килтереп,  уны кәштәләргә һалып өлгөрә алмай.

 Бынан тыш, аҙыҡ-түлек етештереүсе күп Рәсәй предприятиелары  шәкәр килтереү буйныса сит ил предприятиелары менән хеҙмәттәшлек иткән, хәҙер иһә уларҙың ундай мөмкинлеге юҡ.  Һатып алыу географияһын  улар эске баҙарға йүнәлтте, һөҙөмтәлә Рәсәй шәкәренә һорау артты. Был иһә үҙ сиратында күпмелер дәрәжәлә уның хаҡы артыуына килтерҙе. 

– Етештереүселәр, дистрибьютерҙар һәм ритейлерҙар менән бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙек.   Улар әйтеүенсә, шәкәр һатып алыу күләмен арттырғандар.  Был иһә сауҙа кәштәләрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә куәрәкле тауар менән тултырырға ярҙам итәсәк,  – Алексей Гусев.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: