-4 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ комитеты ағзалары илдә иҡтисади шарттар ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны. Депутаттар тәү сиратта ишле ғаиләләрҙе барлыҡ түләүҙәрҙән азат итеү яҡлы.
Бынан тыш, ултырышта 65 йәштән өлкәндәр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең 70 процентын субсидиялау, банктарҙағы комиссияны бөтөрөү, түләү һуңлаған осраҡта пеня өҫтәмәү тәҡдим ителде.
Яҡын киләсәктә был тәҡдимдәр министрҙар кабинетына еткереләсәк.
Дуҫтар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Был тәҡдимдәр ҡабул ителерме?