Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. Өфөлә һәм Төмәндә 12 марттан 17 мартҡа тиклем биатлон буйынса Рәсәй Кубогы һәм чемпионатының йомғаҡлау этабы үтә. Был ярышҡа илебеҙҙең генә түгел, донъяның иң көслө спортсылары килмәксе. Рәсәйҙең 30 төбәгенән тыш, Беларусь республикаһы ҡатнашырға теләк белдергән.
«Белорусияның биатлон федерацияһы менән берлектә ошондай ҡарарға килдек: был ярышта Беларусь спортсылары ла ҡатнашасаҡ. Был беҙҙең спортсыларҙың теләгенән сығып эшләнә. Ҡыҫҡаһы, юғары кимәлле ярыштар көтөлә», - тип белдерә Рәсәйҙең биатлонсылар союзы рәйесе Виктор Майгуров.
Чемпионатта спринт, эҙәрлекләү, масс-старт ярыштары ойоштороласаҡ. Беҙҙекеләрҙән Эдуард Латипов, Александр Логинов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Карим Халили, Кристина Резцова, Лариса Куклина сығыш яһаясаҡ.
Программаһы:
11 март:
15:00 – ярышты асыу тантанаһы
12 март:
11.00 – спринт, 10 саҡрым - ир-егеттәр
14.00 – спринт, 7,5 саҡрым – ҡатын-ҡыҙҙар
14 марта:
11.00 – эҙәрлекләү ярышы, 12,5 саҡрым – ир-егеттәр
13.30 – эҙәрлекләү ярышы, 10 саҡрым– ҡатын-ҡыҙҙар
16 марта:
11.00 – масстарт, 15 саҡрым - ир-егеттәр
13.30 – масстарт, 12 саҡрым – ҡатын-ҡыҙҙар