Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 20:56

Дарыуханаларҙа инсулин бөтәме?

Дарыуханаларҙа сит илдә етештерелгән инсулин һәм шәкәр диабетын дауалау препараттары бөтә, тигән хәбәр таралды.

Дарыуханаларҙа инсулин бөтәме?
Дарыуханаларҙа инсулин бөтәме?

 Һөҙөмтәлә диабет менән ауырыусы пациенттар уларҙы күпләп һатып алып ҡалырға тырыша. Әммә ысынында хәл нисегерәк һуң?   Киләсәктә дарыуханаларҙа инсулинға ҡытлыҡ көтөләме? Быға рәсми рәүештә аңлатма бирелде.

Инсулиндың күбеһе үҙебеҙҙә етештерелә.  Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 17 инсулин препараты һәм уның аналогы теркәлгән: шуларҙың 13-ө – кеше ғүмере өсөн мөһим. Кемдәр инсулинға мохтаж, уны дауалаусы табип рецебы буйынса алырға мөмкин.

  Беҙҙә етештерелгән препарат килешмәһә?

 Төп инсулин етештереүсе сит ил предприятиелары, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яҙма рәүештә биргән раҫлауында,  эште һәм  Рәсәй баҙарын  дарыу менән тәьмин итеүҙе дауам итеүҙәре  хаҡында хәбәр итә. Шулай итеп, сит ил препараттары Рәсәйҙә ҡала.

Дарыуханала үҙеңдең инсулиның булмаһа?

 РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Росздравнадзор” идаралығы менән берлектә  шәкәр диабеты  менән ауырыусы пациенттарға кәрәкле препараттар менән тәьмин итеүҙе контролдә тотасаҡ.

 Дарыуханала үҙегеҙҙең инсулинды тапмаған хәлдә 8(800)550-99-03 телефон һандары буйынса ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: