Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 15:57

Дарыуҙарға ҡытлыҡ булмаясаҡ

Баҡһаң, Өфө дауаханаларының береһендә льготалы файҙаланыусыларға инсулин биреү туҡтатылған.

Дарыуҙарға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Дарыуҙарға ҡытлыҡ булмаясаҡ

БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың социаль селтәрҙәренә 25 628 кеше яҙылған. Һәр блогер бындай уңыш менән маҡтана алмай. Ул етәкселек иткән министрлыҡ та алдынғы урындарҙы биләй, яҙылыусылар һәм ҡарауҙар һаны буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығына еткән ведомство юҡ.

Ведомстволарҙың һәм муниципалитеттарҙың төп маҡсаттарының береһе - мәғлүмәт менән тәьмин итеү. Социаль селтәрҙә актуаль һәм файҙалы яңылыҡ яҡтыртылыуы бик мөһим. Ошо һәм башҡа һорауҙар хаҡында бөгөн БЮТ каналының «Сәләм» тапшырыуында һөйләнеләр. 

Шулай уҡ льготалы файҙаланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. «Өфөлә йәшәүсе ҡатын социаль селтәрҙә комментарий ҡалдырған: дауаханала уға инсулин менән тәьмин итеү туҡтатылыуы хаҡында әйткәндәр. Яуап ҡайтарабыҙ. Әлбиттә, юҡ, туҡтатылмай. Уның хаҡы шул килеш ҡала, йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарҙың хаҡтары дәүләт контроленә алынған», - тип хәбәр итә ЦУР белгестәре.

Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ. 2022 йылдың майынан 8 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләргә яңы пособие түләнә башлай. Уны йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр аласаҡ. 

Мөрәжәғәттәр статистикаһына килгәндә. Беренсе урында йәнә лә юлдар (58 хат), икенселә социаль яҡлау (54 хат), өсөнсөлә иҡтисад һәм бизнес (53 хат).


#ЦУРБашкортостана #Салям

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: