Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 21:06

Быйыл ғинуарҙа тыуым күберәк

 Башҡортостанда 2022 йылдың ғинуарында  84 сабый донъяға килгән.

Быйыл ғинуарҙа тыуым  күберәк
Быйыл ғинуарҙа тыуым күберәк

  Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда,  2,9 процентҡа күберәк.   Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры   Ленара Иванова хәбәр итә.

«Бөтәһе  Башҡортостан ғаиләләрендә   2967 бала тыуҙы, шуларҙың  983-ө  ғаиләлә тәүге бала булһа,  982-һе өсөнсө һәм дүртенсе бала булып тыуған”, – тип билдәләй ведомство етәксеһе.

Министр әйтеүенсә, ғинуарҙа тыуым буйынса  Волга буйы федераль округында  Марий Эл   (+7,3%), Удмурт республикалары (+6,8%), Пенза өлкәһе (+5,2%) һәм  Пермь крайы (+4,1%) алдынғылыҡты биләй. Беҙҙең республика бишенсе урында килә.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: