"Беҙ эшҡыуарҙарға ватан һәм сит ил ҡорамалдарын һатып алырға, арзан заём аҡсаһы алырға ярҙам итә алабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө компрессор заводы яңы кислород станцияларын етештереүҙе үҙләштереүгә 15 миллион һум аҡса алды. Белорет үлсәү ҡорамалдары заводы күрше Силәбелә табаҡлы прокат һәм профилле әҙерләмәләрҙе таҙартыу өсөн махсус ҡоролма ҡуйыуға заказ биргән. Был льготалы лизинг программаһы ярҙамында мөмкин булды, ҡоролманың хаҡы - 7 миллион һум самаһы", - тип белдерә республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Нияз Фазылов.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында оператив штаб эшләй. Республика ҡалаларында һәм ауылдарында ошо уҡ эште бизнес-шерифтар башҡара.
Башҡортостан микрокредит компанияһы алдан биргән займдар буйынса кредит каникулын рәсмиләштерә башланы. Ә Төбәк лизинг компанияһы льготалы лизинг буйынса шарттарҙы тулыһынса һаҡлап ҡалды. Был Төбәк гарантиялы фондының эшмәкәрлегенә лә ҡағыла.
Башҡортостан Хөкүмәте һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса һалым льготаларын ҡайтарыу, дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алыу буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм башҡа мөмкинлектәрҙе ҡарай.
Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн республикала "Минең бизнесым" үҙәгенең 8 офисы эшләй. Уларҙың икәүһе - Өфөлә, шулай уҡ Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә. 2022 йылда республикала тағы 4 офис асыласаҡ.
Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн "ҡыҙыу линия" эшләй: 8 (347) 224-99-99 (эш көндәрендә - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем).
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.