«Беҙҙең аҡсаларҙы төп ставканың юғары булыуы һаҡлап ҡала аласаҡ. Хәҙер банктар вклад асыу өсөн бик яҡшы проценттар тәҡдим итә, улар хатта төп ставканан күпкә юғарыраҡ. Ошо рәүешле банктар халыҡтың аҡсаһын һатып ала, быны хатта кредит тип атарға мөмкин.
Тәүге осорҙа халыҡ аҡсаһын банктарҙан күпләп сығарғайны, әле ажиотаж артта ҡалды. Үткән аҙнала аҡса ағымы туҡтаны, Үҙәк банк был осорҙо уңышлы үтте, тип әйтә алам. Бөгөн «хәүефһеҙлек мендәре» бар, резервтар етәрлек. Шуға күрә хәҙер банктар клиенттарына ҡаршы бара, мәҫәлән, кредитты реструктуризациялау башланды.
Кредит каникулдары пандемия осоронда ла иғлан ителгәйне, был алым йәнә ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, заемсы быйылғы йылдың 1 мартына тиклем кредит алған һәм уның килеме 30 процентҡа кәмегән икән, ул түләүҙәрҙе октябргә тиклем кисектерә ала. Йәки түләүҙең күләмен кәметергә мөмкин. Кредит каникулдары физик шәхестәргә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттарына бирелә. Ипотекаға килгәндә, бында кредит түләнмәгән осраҡта заемсыларҙы фатирынан сығарыу тыйыла.
Фонд баҙары хаҡында ла әйтәм. Мәскәү биржаһына сикләүҙәр индерелде, әгәр һатыу итеү асылһа, кешенең аҡсаһы һаҡланасаҡ. Һатыу итеү инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырыу өсөн туҡтатылырға мөмкин.
Брокер һәм шәхси инвестициялау иҫәптәрендә аҡсалар шул көйө һаҡлана. Брокер иҫәбенән теләгән ҡайһы ваҡытта аҡсаны сығарырға мөмкин, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға индерелгән инвестицияны депозитҡа күсерергә була.
Дөйөм алғанда, халыҡтың аҡсаһы юғалмаясаҡ. 1,4 миллион һумға тиклем вкладтар страховкаланған, банк ябылған хәлдә улар кире ҡайтарыласаҡ. Әгәр һеҙ аҡсағыҙ күберәк икән, уларҙы бер нисә банкҡа һалырға тәҡдим итәм. Ниндәй генә хәл булмаһын, барлыҡ банктар ҙа һынауҙарға әҙер.