Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2022, 16:15

Ахундарға Республика менән идара итеү үҙәге ярҙам иткән

Салауат районының Ахун мәктәбендә ҡаҙанлыҡ эшлектән сыҡҡанға уҡыусыларға көн һайын Мәсетле мәктәбенә йөрөп, уҡырға тура килгән. Икенсе смена арҡаһында төндә генә өйҙәренә ҡайтып ингәндәр.

Ахундарға Республика менән идара итеү үҙәге ярҙам иткән
Ахундарға Республика менән идара итеү үҙәге ярҙам иткән

Ата-әсәләр, ауыл халҡы балалар өсөн бик борсола. Эргәлә генә мәктәптә уҡыуға етәме һуң инде! Унда түңәрәктәр, секциялар, художестволы эшмәкәрлек эшләһә лә уның ҡайғыһымы ни! Автобусҡа тиҙерәк өлгөрөп ҡалырға кәрәк.
Ахундар мөрәжәғәтен социаль селтәрҙә үткән йылдың 1 ноябрендә яҙып ҡалдыра. Уны хәл итеүгә Республика менән идара итеү үҙәге һәм Салауат районы хакимиәте лә ҡушыла. Асыҡланыуынса, уҡыусыларҙы Мәсетле мәктәбенә күсереү ваҡытлыса сара була. Ул ваҡытта ҡаҙанлыҡта ҡаҙанлыҡтарҙы һүтеү бара. Төтөн торбаһы авария хәлендә, ҡаҙанлыҡтар кәрәкле температураны бирмәй, мәктәптә һыуыҡ. Ноябрь аҙағына Ахун мәктәбенә газ тәьминәте торбалары һуҙыла, декабрҙә – йылылыҡ селтәрҙәрен монтажлау, әлеге йылдың ғинуарынан бөтә системаларҙы комплекслы тикшереү башлана. Барыһы ла эҙмә-эҙлекле, ҡәтғи ҡағиҙәләр буйынса бара. Ваҡыт сиктәренән бер аҙ сыға, сөнки өҫтәмә финанслауға ваҡыт талап ителә.

Ләкин иң мөһиме – бурыс үтәлә.  14 февралдән балалар йылы синыфта, тыуған мәктәбендә  уҡый. Хәҙер Ахун мәктәбендә заманса ҡаҙанлыҡ моделе бар, ул файҙаланыу өсөн тулыһынса хәүефһеҙ. Аҙыҡ-түлек блогындағы ҡорамалдар ҙа яңыртылды. Салауат районы башлығы Марс Кашапов үҙенең сәхифәһендә һөйләүенсә, ошондай уҡ эштәр Ишембай һәм Урмантау мәктәптәрендә лә башҡарыласаҡ.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: