Кисен Баймаҡ районы Темәс ауылының Совет урамында билдәһеҙ водитель 35 йәшлек ҡатынды төкөткән. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән.
Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Оператив-эҙләү саралары барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күрше Түбәнге Иҙрис ауылында ватыҡ автомобилде тапҡан.
Транспорт хужаһының ҡыҙы әйтеүенсә, руль артында уның бер туған ағаһы ултырған. Ул күрше Темәс ауылында ҡулға алынған һәм полиция бүлегенә оҙатылған. Һорау алыу барышында ир юл фажиғәһенә ҡағылышы булмауын белдергән. Шулай уҡ уның водитель таныҡлығы булмаған 19 йәшлек һеңлеһе үҙ ғәйебен таныған. Уның һүҙҙәренсә, һәләк булыусы ҡатын эскән килеш юлда ятҡан. Ауылдаштары мәрхүмәне иҫерек булғанын әйтә.
Был факт буйынса суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе йәшәгән еренән ситкә сыҡмау тураһында документҡа ҡул ҡуйған.
Фото: Т. Аманов