Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 15:30

Ул бары тик 8 Мартҡа үҙен ҡыуандырырға уйлаған

Бындайҙан һәр ҡатын-ҡыҙҙа шок булыуы мөмкин.

Ул бары тик 8 Мартҡа  үҙен ҡыуандырырға уйлаған
Ул бары тик 8 Мартҡа үҙен ҡыуандырырға уйлаған

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында бер ҡатын 8 Мартҡа үҙен яңы телефон менән ҡыуандырырға теләгән һәм 90 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Был хаҡта республика Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Эш материалдарынан күренеүенсә, ҡалала йәшәүсе ҡатын интернет-магазинда бик арзан хаҡҡа һуңғы модель брендының смартфонына заказ биргән. Ул алдан түләгән. Посылка килгәс, зыян күреүсе унда гаджет ҡумтаһын һәм зарядлау ҡулайламаһын ғына таба. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙ урындағы полиция бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Унда мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Зыян суммаһы 90 мең һумға баһалаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: