Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 15:06

Туристар иғтибарһыҙ ҡалдырылмай

Сит илдән кире ҡайтыу менән ҡыйынлыҡтар кисергән Башҡортостан туристарына ярҙам ҡулы һуҙыла. Әлеге ваҡытта 1835 турист ҡайтҡан, 10 мартта Доминикананан 497 кеше ҡайтыуы көтөлә.  

Туристар иғтибарһыҙ ҡалдырылмай
Туристар иғтибарһыҙ ҡалдырылмай

– Сит илдә тағы 760 самаһы кеше ҡала, улар республикаға 12 мартҡа тиклем сығарыу рейстары менән ҡайтырға тейеш, – тип белдерҙе Республика Башлығы үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Әйткәндәй, Ситуацион үҙәк нигеҙендә штаб булдырылған, уның эше ике йүнәлеш буйынса алып барыла. Беренсе йүнәлеш - үҙ аллы туристар менән эшләү, икенсе йүнәлеш - туроператорҙарҙан турҙар һатып алған ойошҡан туристар менән эшләү. Рәсәйгә ҡайтырға ярҙам итеү үтенесе менән барлығы 23 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Алты кеше кире ҡайтарылған.

Башҡортостан Республикаһының Ситуацион үҙәгенә мөрәжәғәт иткән туристарҙың проблемалары тиҙ арала хәл ителә. Кемгә ярҙам кәрәк, улар Ситуацион үҙәккә +7 347 218 19 19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Туристарҙың ойошторолған төркөмдәрен сығарыу, кире ҡайтарыу рейстары графигына ярашлы (Доминикананан, Мысырҙан, Төркиәнән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән),  штат режимда алып барыла. Ойошторолған туристарҙың ҡайтыуын Федераль һауа транспорты агентлығы күҙәтеүҙә тота, кире ҡайтарыу буйынса проблема юҡ.

Сит илдә үҙ аллы сәйәхәт иткән туристар өсөн Дәүләт комитеты асыҡ илдәр – Стамбул/ОАЭ/Катар/Сербия аша Рәсәй Федерацияһына ҡайтарыу буйынса алгоритм әҙерләгән. Әлеге мәғлүмәт Дәүләт комитеты сайтында һәм социаль селтәрҙәргә урынлаштырылған.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: