БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмәлә белдереүенсә, беҙҙә ағымдағы йылда кәм тигәндә 150 юл буйы сервисы объекты һалыу йә яңыртыу күҙаллана.
– Сифатлы хеҙмәтләндереү республикаға килеүселәргә беҙҙең башҡорт ҡунаҡсыллығын күрһәтәсәк. Иң мөһиме – объекттарҙы төҙөгәндә юлда йөрөүселәргә уңайлылыҡ булдырыуҙы һәм ресурстар менән майҙандарҙы рациональ ҡулланыуҙы күҙ уңында тотоу, – тине Андрей Назаров.
2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, Башҡортостанда 1083 юл буйы сервисы объекты бар. Иң күбе – АЗС (279 АЗС һәм 108 АГЗС), унан ҡала – кафелар (285), техник хеҙмәтләндереү станциялары (136), ҡунаҡханалар (91).
Шуларға ҡушып, намаҙ уҡыу урындары ла булһа, мосафирҙарға ла, туристарға ла бик уңайлы буласаҡ.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.