Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 15:00

«Һөт кухняһы» – Рәсәйҙә иң ҙур проекттарҙың береһе

Республикабыҙҙың «Һөт кухняһы» 2019 йылдан кескәй йәштәге, тәрбиәгә алынған балаларҙы, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм имеҙгән әсәләрҙе махсус һөт аҙыҡтары менән бушлай тәьмин итә. Башҡортостанда барлығы ете һөт етештереү цехы эшләй, улар тәүлегенә 35 тоннаға яҡын һөттө эшкәртә, 17 төр һөт аҙыҡтары етештерә.  

«Һөт кухняһы» – Рәсәйҙә иң ҙур проекттарҙың береһе
«Һөт кухняһы» – Рәсәйҙә иң ҙур проекттарҙың береһе

Республика Башлығы кәңәшмәһендә Башҡортостан Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей ГУСЕВ «Һөт кухняһы» проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Республиканың был проекты Рәсәйҙә иң күләмле проекттарҙың береһе һанала. Әлеге көндә уның менән башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына. Беҙҙең бәләкәй балалар өсөн сифатлы һөт ризыҡтары етештереү буйынса иң яҡшы традицияларҙы һаҡлап ҡалған заманса юғары технологиялы производство булдырыу тәжрибәһен Вологда өлкәһе, Мордовия Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы делегациялары өйрәнә. Шулай уҡ «Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәй балаларҙы һөт продукцияһы менән тәьмин итеү системаһы»н булдырыу тәжрибәһе «Смартека» тотороҡло үҫеш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу платформаһында ла күрһәтелгән.

– Сауҙа маркаһы предприятиеға үҫешергә мөмкинлек бирәсәк. Өс йыл эсендә «һөт кухняһы» бренды менән 0 айҙан 3 йәшкә тиклемге 60 мең бәләкәс бала танышты, 91 мең мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге бала, ә ҡаҙнанан тыш эшмәкәрлек күләменең артыуы халыҡтың продукция сифатына ышанысын раҫлай, – ти Башҡортостан Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Николаевич ГУСЕВ.

Дәүләт заданиеһы сиктәрендә эшмәкәрлек алып барыуҙан тыш, учреждение бюджеттан тыш эшмәкәрлекте лә әүҙем үҫтерә. «Һөт кухнялары» продукцияһы федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә лә тәҡдим ителә.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: