Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 20:45

Әсәлек капиталы буйынса түләүҙәр һаҡлана

Бынан алда төрлө хәбәр таралғайны. «Аңлатабыҙ, Башҡортостан!» порталында аңлаттылар.

Әсәлек капиталы буйынса түләүҙәр һаҡлана
Әсәлек капиталы буйынса түләүҙәр һаҡлана

Элеккесә улар ғаризаһыҙ, бала тыуғандан һуң, тәғәйенләнәсәк.

Әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, инвалид балаларға социаль реабилитация өсөн түләүгә тотонорға мөмкин.

Шулай уҡ уларҙы әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә йәки өс йәшкә тиклемге икенсе балаға айлыҡ түләүгә йүнәлтергә лә мөмкин.

Хеҙмәт министрлығы әсәлек капиталы аҡсаһын еңелерәк ҡулланыу өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Йәмәғәт тикшереүенә закон проекты сығарылған. Унда әсәлек капиталын, Пенсия фондына шәхсән мөрәжәғәт итмәйенсә, балаға белем биреүгә йүнәлтеү мөмкинлеге тураһында яҙылған.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: