Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 12:55

Радий Хәбиров ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы тураһында әйтеп үтте

Төбәк етәксеһе соцселтәрҙәргә һалған яҙмаһында Башҡортостандың 40 процентҡа тиерлек халҡы ауыл ерендә йәшәй һәм беҙ уларға әүҙем ярҙам итәбеҙ тиелгән. Атап әйткәндә беҙҙә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы эшләй. Быға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, социаль һәм инженер инфраструктураһын, юлдар булдырыу инә. Барыһы ла ауылда ҡулайлы шарттарҙа йәшәү өсөн тигән маҡсат буйынса эшләнә.

Радий Хәбиров ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы тураһында әйтеп үтте
Радий Хәбиров ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы тураһында әйтеп үтте

 2021 йылғы эш һөҙөмтәләре:

- 17 районда 36 объект төҙөкләндерелгән, дүрт ауылда 33 саҡрым газ үткәргесе, һигеҙ ауылда 48 һыу үткәргесе һуҙылған, Борайҙа һәм Благоварҙа комплекслы торлаҡ төҙөүҙең өс проекты тормошҡа ашҡан.

- Әлшәй районының Раевка ауылында 375 урынлыҡ мәктәп һәм Борайҙа ФОК төҙөлә башлаған.

- Программа аша былтыр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 48 ғаилә субсилия алған, 27 ғаилә льготалы ҡуртымға алыу буйынса фатирлы булған.

 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса төбәктә ПРСТ программаһы буйынса 1,5 млрд һумға 80 проекты тормошҡа ашырылған. Был сумманың 80 процент тирәһе федераль һәм төбәк бюджеты аша түләнгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: