Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 15:17

Рәсәй Банкы яңы тәртип индерә

Барыһы ла долларға бәйле.

Рәсәй Банкы яңы тәртип индерә
Рәсәй Банкы яңы тәртип индерә

Рәсәй банкы 2022 йылдың 9 мартынан 9 сентябренә тиклем аҡсаны граждандарҙың валюта вкладтарынан йәки иҫәбенән биреүҙең түбәндәге тәртибен билдәләй:

Клиенттарҙың барлыҡ аҡсаһы валюта иҫәбендә йәки вкладтарҙа һаҡлана һәм вклад валютаһында иҫәпкә алына.

Клиент 10 мең долларғаса ҡулаҡса менән, ә ҡалған аҡсаларҙы шул көнгә ҡарата баҙар курсы буйынса һумдарҙа ала ала.

Шул мөһим: беҙҙең илгә долларҙың инеүе санкциялар менән сикләнгән, шуға был банктарҙың сит ил валютаһын ҡулаҡса һатыуы менән бәйле махсус сараларҙың берҙән-бер сәбәбе.

Санкциялар һумлата иҫәптәргә һәм вкладтарға бер нисек тә йоғонто яһамай.

Рәсәй банктарында валюта иҫәбенең 90 проценты тиерлек 10 мең долларҙан артмай, йәғни валюта вкладтары (иҫәптәре) эйәләренең 90 проценты үҙ аҡсаһын ҡулаҡса менән тулыһынса ала аласаҡ. 

Граждандар аҡсаларын валюта вкладтарында йәки иҫәптәрҙә һаҡлауын дауам итә ала. Шарттар үҙгәрмәй.

Ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа банктар граждандарға ҡулаҡса менән валюта һатмаясаҡ. Теләһә ниндәй ваҡытта һәм теләһә ниндәй күләмдә һумға алмаштырырға мөмкин.

Рәсәй Банкы яңы тәртип индерә
Рәсәй Банкы яңы тәртип индерә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: