Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 09:10

Иғтибар! Миҙаллы әсәйҙәр араһында ярыш тамамланды!

Ошо минуттарҙа ҡыҙыу барған конкурс тамамланды - "Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндәге биш көн буйы барған тауыш биреү ҡушымтаһы ябылды.Сайтыбыҙға үтеп, тәүге биш урынды кем яулағанын белергә мөмкин.

Иғтибар! Миҙаллы әсәйҙәр араһында ярыш тамамланды!
Иғтибар! Миҙаллы әсәйҙәр араһында ярыш тамамланды!

1-се урынға Хөмәйрә Дарминова (Баймаҡ районы, 10 бала әсәһе) лайыҡ булды. Алдан әйтеүебеҙсә, уның фотоһүрәте гәзиттең алдағы һанындағы тәүге битте биҙәйәсәк. 2-5 урындағы әсәләр тураһында ла "Йәшлек"тә яҙыласаҡ.     

2-се урынға Илнура Иҙрисова тура килде. Ул Ғафури районынан, 9 бала әсәһе.
3-сө урында - Лилиә Кулибаева. Ул Баймаҡ районынан, 5 бала әсәһе.
4-се урында Белорет районынан 5 бала әсәһе Зөлфиә Хәтиуллина булды.

5-се урынға Дүртөйлө ҡалаһынан Алеся Сабирова лайыҡ булды. Ул – 6 бала әсәһе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: