Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 15:30

Элвин Грей ауыр ғүмер осоро хаҡында һөйләне

 Ул дөрөҫлөктө йәшермәне.

Элвин Грей ауыр ғүмер осоро хаҡында һөйләне
Элвин Грей ауыр ғүмер осоро хаҡында һөйләне

Өфө йырсыһы Радик Юлъяҡшин бала сағының ауырлыҡтары хаҡында һөйләне. Ул үҙенең тәьҫораттары менән Андрей Малаховтың «Сәләм, Андрей!» тапшырыуында уртаҡлашты.

Радиктың әсәһе Нәфисә Юлъяҡшина әйтеүенсә, ул бала саҡтан уҡ уға төҙөлөштә ярҙам иткән: ҡатын ғаиләне - улын, ҡыҙын һәм ирен тәьмин итеү өсөн ике сменала эшләгән.

Ғаилә башлығы бик ныҡ ауырыған, шуға  өйҙә балаларҙы тәрбиәләгән.

- Ошондай ҡатмарлы заман булған. Яҡын-тирәлә йәшәгән балалар менән шешә тапшырҙыҡ, уның аҡсаһына  өйгә ниҙер алып ҡайттыҡ. Йә вагондар бушаттыҡ. Бөтә ерҙә лә аҡса эшләү мөмкинлеген эҙләнек, – тип бала сағын хәтерләй артист.

 Радик Юлъяҡшин йырсы булып киткәндән һуң атаһының хыялын тормошҡа ашырыуын да әйтте. Ғаилә башлығының был донъя менән хушлашыуына ла 20 йыл үткән. Нәфисә Юлъяҡшина әйтеүенсә, уның 12 йәшлек улы атаһы юғалтыуҙы бик ауыр кисергән.

- Беҙ уны ерләй башлаған мәлдән, табутты ер аҫтына – соҡорға төшөрә башлағас, атайымдың беҙҙең аранан китеүен, уны башҡа бер ҡасан да күрмәйәсәгемде аңланым, – ти  Радик, бала саҡ хәсрәттәре менән уртаҡлашып.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: