Парламентарийҙар йыллыҡ ставка биш процент тәшкил иткән кредит хаҡындағы проектты тикшерә. Думаның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Кошелев башланғысы менән ышаныслы ипотека портфеле тураһында программа ҡабул ителеүен һорайҙар.
Эш шунда: Үҙәк банк махсус программа ярҙамында торлаҡҡа ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү һәм хаҡты тотороҡландырыу сараһын күрергә тейеш. Бының өсөн Үҙәк банктың яңы торлаҡ һатып алыуға кредитты РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡуйған “квадрат метр” хаҡтарын арттырмайынса биреүе шарт.
Әле министрлыҡ төбәктәрҙә хаҡтарҙы урта иҫәпләй. Килеп сыҡҡан сумма льготалы кредит биргәндә йә авариялы торлаҡтан күсергәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Фото: "Башинформ"