

Үткән йылда, «Демография» милли проектына ярашлы, 70 меңдән ашыу ғаилә бала тыуыуға бәйле 6,5 миллиард һумдан ашыу айлыҡ түләү алған. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 44 берәмек төрлө медицина ҡорамалы алынған, өҫтәмә 5 онкологик амбулатор ярҙам үҙәге эшләй башлаған. Мәғариф өлкәһендә Стәрлетамаҡта «Кванториум» технопаркы һәм «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылған, өҫтәмә рәүештә тәбиғи-ғилми һәм технология йүнәлешендә 207 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге булдырылған. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Ҡариҙел районы Яугилде ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлгән, 19 мәҙәниәт учреждениеһы яңыртылған, 10 заманса моделле китапхана асылған.
– Быйылдан Башҡортостанда 49 төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Федераль үҙәк менән төҙөлгән килешеүҙәрҙе иҫәпкә алып, беҙҙә 4 яңы проект барлыҡҡа килде. Улар – «Рәсәй йәштәре» («Мәғариф» милли проекты), «Беренсел звеноны яңыртыу» («Һаулыҡ һаҡлау»), «Туристик инфраструктураны үҫтереү», «Туристик продукттарҙың арзанлығын арттырыу» («Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты), – тип белдерҙе Илшат Азамат улы.
Әлеге 2022 йылда 44 модулле ФАП, 1,6 мең берәмек медицина ҡорамалы алыу, тағы ла 216 “Үҫеш нөктәһе» асыу, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Ишембай һәм Белорет райондарында 7 «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге, Салауат ҡалаһында “Кванториум” технопаркы булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ 18 мәҙәниәт объекты яңыртыласаҡ, «Стимул» программаһы саралары иҫәбенә 2,34 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү, тағы 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар араһында (Сибай, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Учалы, Йылайыр районы Йылайыр ауылы, Мәләүез районы Воскресенск ауылы) 8 еңеүсе проектты тамамлау, 20,5 мең квадрат метрҙан ашыу авариялы торлаҡтан күсереү ҡаралған.
Фото: Т. АМАНОВ.