+20 °С
Болотло
Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров район башлыҡтарына Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итергә ҡушты. Был эшкә хакимиәт етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев яуаплы итеп тәғәйенләнде. Ул һәр ғаиләне барып күрергә, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге икәнен белергә тешеш.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән өс һалдат һәләк булды. Алдан һөйләшкәнсә, ғаиләләренә иғтибар бүлергә. Сабыйҙары аяҡҡа баҫҡансы ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Беҙ уларҙы был бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, — тине республика етәксеһе.