Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 11:10

Бөгөн – Барбиға 63 йәш

Барби исемле ҡурсағығыҙ булдымы? Ә-әә, кемдеңдер әле лә бармы? Тыуған көнө менән ҡотлағыҙ, улайһа.

Бөгөн – Барбиға 63 йәш
Бөгөн – Барбиға 63 йәш

Иң тәүге тапҡыр Барби менән халыҡты 1959 йылдың 9  мартында Нью-Йоркта таныштыралар. Был көндө ошо ҡурсаҡты күргәҙмәгә ҡуйып, өс долларға һаталар. Бик оҡшай ул ҡыҙҙарға. Һәм тиҙ арала иң яҡшы бүләккә әйләнә.

Ҡурсаҡты Рут Хэндлер уйлап тапҡан. Уның Барбара исемле ҡыҙы булған да, уға уйнар өсөн пупсик ҡурсаҡтан башҡасараҡ, матурыраҡ уйынсыҡ бүләк иткеһе килгән. Рут ханым яңы ҡурсаҡтың прототибын Швейцарияла күреп ҡайтҡан. Шунан хоҡуҡты һатып алып, ҡыҙы исеменә атаған Барбиҙы етештерә башлаған. Тәүге ҡурсаҡ үҙенең прототибы – мини-ҡатын Лиллиға ныҡ оҡшаған була: ҡара сәсле, сағыу макияжлы, етмәһә, аҡлы-ҡаралы купальникта. Тора-бара Барби һары сәсле һылыуҡайға әүерелә. Уға күлдәкте Ив Сен-Лоран, Жан Поль Гатье кеүек атаҡлы мода йорттары текһә, биҙәнеү әйберҙәрен ювелирҙар яһай.

Шундай матур ҡыҙ-ҡурсаҡ яңғыҙ була тиме ни?! Тиҙҙән уның Кен исемле “егете” барлыҡҡа килә. Хәҙер инде Барбиҙың барыһы ла бар – һанап бөткөһөҙ матур кейеме, әхирәттәре, өйө, баҡсаһы, машиналары...

Барбиға арнап йәнһүрәттәр төшөрөлә, китаптар яҙыла, компьютер уйындары эшләнә. Уның балауыҙ һыны билдәле Мадам Тюссо музейында (бында донъяның бихисап шәхестәренең һыны бар) урын алған.

Бөгөн – Барбиға 63 йәш
Бөгөн – Барбиға 63 йәш
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: