Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2022, 15:32

Алай ҙа ЦУР бар...

Юғиһә Өфөнөң Ҡулсалы урамындағы 109-сы йорт ҡыйығынан: "Бына-бына ысҡынам!", - тип торған боҙло ҡар берәйһенең өҫтөнә төшөр ине. Ғәҙәттәгесә кешеләр был хәүеф тураһында соцселтәрҙәргә яҙған, ЦУР уны эләктереп баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәтенә "оҙатҡан". Бер аҙҙан боҙло ҡарҙы төртөп төшөргәндәр. Урра!

Алай ҙа ЦУР бар...
Алай ҙа ЦУР бар...

 Уҙған ял көндәрендә Республика менән идара итеү үҙәгенә юлдарҙы таҙартыу темаһына 251, иҡтисад һәм бизнесҡа - 177, төҙөкләндереү буйынса 77 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 

https://vk.com/wall-172931669_12841 һылтансмаһы буйынса үтеп,БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән посты ҡарағыҙ. Унда һыу сәсәге буйынса мәғлүмәт һалынған.
 
 Министрлыҡтарҙың сәхифәләренә килгәндә, 23 февралдән 2 мартҡа тиклем һаулыҡ һаҡлау буйынса - 288 мең, мәҙәниәт - 90, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 78 мең, хеҙмәт темаһы буйынса 50 мең, мәғариф һәм фән йүнәлеше буйынса 46 меңдән ашыу кееүе үҙҙәрен борсоған һорауға яуап эҙләгән. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: