Ата-әсәгә хөрмәт ул – тәрбиәләлек. Оло гонаһтар тураһында хәтергә төшөрөп, ул бер ваҡыт үҙенең сәхәбәләренә: «Үҙенең ата-әсәләрен хурлаған кеше бик ҙур гонаһ эшләй», – тип белдерә. Сәхәбәләр аптырап ҡала: «Кеше үҙенең ата-әсәһен дә рәнйетә аламы ни?» – тиҙәр. «Ала, – ти пәйғәмбәр. – Шулай ҙа булып ҡуйыуы мөмкин: кем дә булһа берәү икенсе берәүҙең атаһына тел тейҙерә, тегенеһе бының үҙ атаһына ҡарата насар һүҙҙәр әйтә, йә әсәһе менән дә шулай була».
Ата-әсәләргә тел тейҙереүҙән, игелекһеҙ булыуҙан тыя ислам. Динебеҙ мәрхәмәт-шәфҡәткә, берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өйрәтә. Ул беҙҙе яҡындарыбыҙ менән дә араны өҙмәҫкә өндәп кенә тора.
Фото: Т. АМАНОВ.