Күңелдәргә дәрт өҫтәгән, байрам кәйефен бүләк иткән, милли уйындарға яңы һулыш өргән сараның төп йәме – дүрт бәйгенән торған ат сабыштары булды, әлбиттә. Мәргәнлеккә, сослоҡҡа һынау тотҡан уҡсыларҙың ярыштары ла, районыбыҙҙа тәүге тапҡыр ойошторолған ҡыҙыҡлы ярыш – ауҙарыш та ҡыҙыу барҙы, тамашасы күңеленә хуш килде. "Ҡолош апайҙары” фольклор коллективы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин, "Заман" этно-төркөмө, Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле солистары Ирина Әһлиева һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Исхаҡов һәм башҡа артистар сараға мәртәбә, йәм өҫтәне.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.