Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, төндә ҡапыл һыуытты: термометр бағанаһы - 15-20 градусҡа тиклем төштө. Аяҙытҡанда ҡайһы бер райондарҙа - 22-27 градус һалҡын булды. Көндөҙ һауа температураһы - 8-13 градус һалҡын, ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
8 мартта, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы, боҙлауыҡ һәм юлдарҙа ҡар һырынтылары булыуы фаразлана. Төндә һауа температураһы - 15-20 градусҡа тиклем төшәсәк, ә республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында термометр бағанаһы 25-30 градус һалҡынды күрһәтәсәк. Көндөҙ - 7-12 градус һалҡын.
Фото: Т. Аманов