Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2022, 14:30

"Икәүҙең ризығы - өсәүгә, ә өсәүҙең ризығы дүртәүгә лә етә"

Ислам әҙәбе ашау-эсеүҙән башлана. "Эй малай, мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән уң ҡулың менән аша һәм үҙ яғыңда булғанды ал", — тип өйрәтә динебеҙ.

"Икәүҙең ризығы - өсәүгә, ә өсәүҙең ризығы дүртәүгә лә етә"
"Икәүҙең ризығы - өсәүгә, ә өсәүҙең ризығы дүртәүгә лә етә"

"Ашай башлағансы һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ Аллаһы Тәғәләнең исемен хәтеренә төшөрһөн, әгәр ул ашай башлағансы Аллаһы Тәғәләнең исемен иҫкә алырға онотһа: "Бисмилләһи фи әүүәлиһи үә әхыйриһи",  тип әйтһен", – ти.

 "Кеше үҙ өйөнә ингәндә һәм ашағанда Аллаһы Тәғәләне зекер итһә, шайтан үҙенең әшнәләренә:" Бында торорға урын да, ашарға ризыҡ та булмаҫ ", — тиер. Әгәр ҙә өйгә ингәндә, ашағанда зекер итмәһә, шайтан: "Һеҙ торор урын да, ашарға ризыҡ та алдығыҙ ", - тиер.

Бер ваҡыт бер кеше йәнәшәһендә ултырған Аллаһтың илсеһе ғәләйһис-сәләм хозурында ашаған һәм ризыҡтың бер киҫәге ҡалғансы Аллаһтың исемен зекер итмәгән. Был кеше әлеге киҫәкте ауыҙына килтереп:"Бисмилләһи фи әүүәлиһи үә әхыйриһи", - тигәс, шунда пәйғәмбәр йылмайып: "Шайтан һинең менән бергә ашаны, Аллаһтың исемен зекер иткәс, шайтан ҡарынында булған бөтөн нәмәне үҙенән сығарҙы", - тигән.

 "Бәрәкәт ризыҡтың уртаһына төшә, шуға  ситтән ашағыҙ, уртаһынан ашамағыҙ", - ти пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм.

 "Әгәр ҙә ризыҡтың бер киҫәге төшөп китһә, ул уны алһын, таҙартып ашаһын, шайтанға ҡалдырмаһын. Бармаҡтарын ялағансы ҡулдарын яулыҡ менән һөртмәһен, сөнки, дөрөҫлөктә, ризыҡтың ҡайһы киҫәгенә бәрәкәт йәшеренгәнен белмәй. Икәүҙең ризығы өсәүгә етә, ә өсәүҙең ризығы дүртәүгә лә етә", - тигән.

 "Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм һауытҡа һулауҙан һәм уға өрөүҙән тыйҙы", - тип был хәҙисте Тирмизи килтерә.

 Мөхәммәт пәйгамбәр, ғәләйһис-сәләм, кешене баҫып һыу эсеүҙән тыйған. "Һеҙҙең берегеҙ ҙә бер ҡасан да баҫып эсмәһен, ә берәү онотһа, ҡоҫоп сығарһын", - тигән.  "Алтын йәки көмөш һауыттан эсеүсенең ҡарынында йәһәннәм уты шаулар», – тип  тә әйткән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: