Тәүге телефон аппараттарында 250 метр арауыҡтан ғына һөйләшә алған. Унда ла ныҡ ҡысҡырып. 1878 йылда Томас Эдисон индукция катушкаһын ҡулланырға тәҡдим иткән. Шулай итеп, элемтә камиллаштырылған.
1885 йылда рус уйлап табыусыһы Голубицкий телефон станцияһы принцибын әҙерләгән. Был тиҫтәләрсә мең абонентҡа бәйләнештә булыу мөмкинлеген биргән.
1898 йылда Европала иң оҙон телефон линияһы асылған: ул Мәскәү менән Питерҙы тоташтырған.
1930 йылға тиклем абоненттарҙы бер-береһе менән телефонисткалар ҡулдан тоташтырып ултырған. Был яуаплы эшкә яҡшы хәтерле, сит телдәрҙе белгән, оҙон буйлы, оҙон ҡуллы (йәйгәндә 154 см-ҙан кәм булмаҫҡа тейеш) ҡыҙҙарҙы алғандар.
Хәҙер стационар телефондар кешелә бик юҡ та, һәр кемдә мобиль аппарат.
Фото: vk.com