Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 17:39

«Йөҙ йәшеңә килермен әле, инәй»

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙа йәшәгән 98 йәшлек һуғыш ветераны Сәмиғә Ырыҫбаеваны ҡотланы.

«Йөҙ йәшлек юбилейында күрешергә һөйләштек»
«Йөҙ йәшлек юбилейында күрешергә һөйләштек»

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙҙы.

«Бөгөн Сибайҙа эшләйбеҙ. Мөмкинлектән файҙаланып, 8 Март менән һоҡланғыс ҡатынды ҡотларға килдем.

Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Ырыҫбаева – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Декабрҙә уға 98 йәш тулды!

Сәмиғә Ырыҫбаева 1942 йылда 18 йәшендә генә фронтҡа китә. Был ваҡиғалар тураһында инәй яҡшы хәтерләй. Ул авиамеханик булып хеҙмәт итә, Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. 

Һуғыштан һуң Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы хәрби заводта тир түгә, һуңыраҡ рудникта юлсы, ташсы булып эшләй.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы һау-сәләмәт. Инәй менән йөҙ йәшлек юбилейында күрешергә һөйләштек. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйем!»

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: