

«Ирәндек» боҙ һарайында уҙған фигуралы шыуыу буйынса төбәк-ара турнирҙы Радий Хәбиров асып ебәрҙе. Быйылғы ярышта республикабыҙ тәрбиәләнеүселәренән тыш, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән спортсылар көс һынашты.
- Күптән түгел Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланды, унда беҙҙең Рәсәй фигурасылары һоҡланғыс өлгө күрһәтеп, алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙ биатлонсы Эдуард Латипов менән шорт-трексы Семён Елистратов «бронза» яуланы. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә лә оло еңеүҙәр, күтәренке кәйеф теләйем! - тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Сибай һәләтле йәш хоккейсылары менән дә таныулы. Мәҫәлән, «Ирәндек» боҙ һарайы тәрбиәләнеүселәрҙең дүртәүһе Ҡазандың «Динамо» командаһында, тағы ла икәүһе «Толпар»ҙа һәм Мәскәүҙә уйнай. Бында хоккейҙан тыш, фигуралы шыуыу, шорт-трек буйынса секциялар эшләй. Ҡала шорт-трексыларының унауһы Башҡортостандың йыйылма командаһы составына инһә, берәүһе Санкт-Петербургта илдең йыйылма командаһы данын яҡлай.
Һөҙөмтәләргә килгәнде, фигуралы шыуыу буйынса беренселектә тәүге урынды Учалынан Дарья Аллаярова, икенсе-өсөнсө урындарҙы Ырымбур өлкәһенән Софья Арлабина һәм Силәбе өлкәһенән Мария Авдеева бүлеште. Радий Хәбиров еңеүселәргә миҙалдар тапшырҙы.