Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 18:20

«Коронавирусҡа бәйле хәл, шөкөр, тотороҡлана»

Сибайҙағы госпиталь 10 апрелдә тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.

«Коронавирусҡа бәйле хәл, шөкөр, тотороҡлана»
«Коронавирусҡа бәйле хәл, шөкөр, тотороҡлана»

«Сибай. Был – беҙҙең дүртенсе COVID-госпиталь. Туймазылағы инфекция дауаханаһының игеҙәге. 

Икәүһенең лә майҙаны туғыҙышар мең квадрат метр. 50 палатаға иҫәпләнгән, бында кислородҡа тоташтырылған 230 урын буласаҡ. Апрелдә төҙөлөп бөтөргә тейеш. Бөгөн эштәр график буйынса бара.

Коронавирусҡа бәйле хәл, Аллаға шөкөр, тотороҡлана. Сирлеләр, айырыуса дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмене. Әлбиттә, был барлыҡ инфекция үҙәктәрен йоҙаҡ менән бикләргә тигәнде аңлатмай. Ә был дауахана бөтә Урал аръяғын хеҙмәтләндерәсәк. Бында инфекция ауырыуҙары, терапия, эске сирҙәр, лаборатор диагностикалау йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. 

Беҙ республика халҡы юғары сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Һәм ошонда туҡталып ҡалмаҫбыҙ. Барығыҙға ла именлек!» - тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: