Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 09:00

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 6 һәм 7 мартҡа һауа торошона фараз бирҙе. Синоптиктар фаразлауынса, республикала көслө ҡар яуыуы, көрт һалыуы көтөлә. Һауа температураһы 26 градусҡаса түбәнәйә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән көслө ҡар яуасаҡ. Айырым райондарҙа буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көрт һалыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ- 2-7, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 12 градус һалҡын.

7 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫә, төндә -14-19, аяҙытҡанда 21-26, көндөҙ - 6-11 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: