Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 20:52

Был совет осоро мәсьәләһенең дөрөҫ яуабын кем табыр?

Был ябай совет осоро мәсьәләһе 1982 йылда «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» телевизион уйынында яңғыраған. Белермәндәр дөрөҫ яуап тапҡан. Ә һеҙ был мәсьәләнең яуабын белерһегеҙме икән?

Был совет осоро мәсьәләһенең дөрөҫ яуабын кем табыр?
Был совет осоро мәсьәләһенең дөрөҫ яуабын кем табыр?

Һеҙҙең алда – аҡ бит, унда эҙмә-эҙлекле ғәрәп һандары яҙылған. Иғтибар, һорау... Ни өсөн ғәрәп һандары тап ошолай яҙыла, ә бүтәнсә түгел?

Ҡайһыныһы дөрөҫ:

  1. Бөтә эш һыҙыҡҡа бәйле;
  2. Бөтә эш мөйөштәргә бәйле;
  3. Бөтә эш каллиграфияла.

Дөрөҫ яуабын комментарийға яҙығыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: