-5 °С
Болотло
Беренсеһе – гөлдөң йәше. Ботағында кәмендә биш быуын барлыҡҡа килмәйенсә, ул сәскә атмай. Гөл үҫтереүселәр быға төрлө биостимулятор ярҙамында ирешә ала. Кәрәгенән артыҡ туҡландырыу ҙа зыянлы, сөнки гөл күп япраҡ ебәрә, сәскәгә тумаланмай.
Икенсе сәбәп – яҡтылыҡтың әҙ булыуы. Гөл тура төшкән ҡояш нурҙарын яратмай, йәйгеһен артыҡ яҡтылыҡ та уға килешмәй. Ҡоро һауа булыуын да өнәмәй. Гөлдө бер урындан икенсе урынға йыш күсермәгеҙ. Субтропик һәм тропик климат шарттарында үҫкән бегония калий селитраһын, аҙна һайын минераль ашламалар менән туҡландырыуҙы ярата.