Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 07:00

Бәхетле бул!

Бер кеше юл буйында хәйер һорап тора икән. Шул саҡ һыбайлы берәү саптырып үтеп барышлай ҡамсыһы менән бының битенә һуғып китә.

– Бәхетле бул! – тип ҡысҡырып ҡала уның артынан хәйерсе.

Был күренештең шаһиты булған крәҫтиән аптырап ҡала.

– Ниңә улай тиһең, һуғып китте ләбаһа? Һин шуға түҙәһеңме?

– Түҙмәйем дә, тик ул бәхетле булһа, миңә һуҡмаҫ ине бит, – тип яуаплаған хәйер һорашыусы.

Шулай ҙа була был тормошта...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: