Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 11:10

Бөгөн – Бөтә Рәсәй гурмандар көнө

Байрамдың маҡсаты – рызыҡтан ҡәнәғәтлек алыу. Был көндө бешеренергә яратыусылар, йола буйынса, иң яратҡан ризыҡтарын әҙерләй, ҡунаҡ саҡыра, бәғзеләр ресторанға бара һәм үҙенсәлекле аш-һыуға заказ бирә. Һәр хәлдә әлеге иҫтәлекле датаны ҙурлап билдәләүселәр шулайта икән. Әйткәндәй, гурмандар өсөн бер рецепт та бирҙек.

Бөгөн – Бөтә Рәсәй гурмандар көнө
Бөгөн – Бөтә Рәсәй гурмандар көнө

Гурман – нәзәкәтле ашамлыҡ һәм эсемлектәр менән мауыҡҡан кеше. Әммә ысынында ул тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ ашарға яратыусы.

Әйткәндәй, ризыҡты бик ҡәҙерләүсе кулинария эстеты «гурмэ» тип атала. Рәсәйҙә был термин “гурман” булып киткән (беләһегеҙ, урыҫтар һәр нәмәне боҙоп әйтә лә ҡуя).

Инглиз ғалимдары гурмандарҙың (гурмэ) ни сәбәпле һимермәүен асыҡлаған. Гурмандар, баҡһаң, ашыҡмай ғына ашай, ашауҙан ләззәт ала һәм... һимермәй, имеш.

Һеҙҙең өсөн бер рецепт:

Иҫ киткес салат

Ингредиенттары: 400 г бешкән тауыҡ ите (филе), 1 баш һуған, 100 г корейса кишер, 100 г гранат (орлоҡтары), 1 – 2 баш бешкән картуф, 100 г ҡаты сыр, тәменсә тоҙ, борос, майонез, йәшел үлән.

Эшләү бик ябай: итте, һуғанды, картуфты турарға, сырҙы ҡырырға ла, ҡалғандары менән бергә болғатырға ғына. Тәмле булһын!

Бөгөн – Бөтә Рәсәй гурмандар көнө
Бөгөн – Бөтә Рәсәй гурмандар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: