Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2022, 21:52

Ҡайһы йондоҙлоҡ вәкилдәренең төштәре ысынбарлыҡҡа аша?

Кемдәрҙең һиҙемләүе  һәйбәт үҫешкән, улар төшөндә алдағы киләсәген күрә. Шундайҙар иҫәбенә дүрт  йондоҙлоҡ вәкиле индерелгән.  

Ҡайһы йондоҙлоҡ вәкилдәренең төштәре ысынбарлыҡҡа аша?
Ҡайһы йондоҙлоҡ вәкилдәренең төштәре ысынбарлыҡҡа аша?

Ҡыҫала. Һиҙемләүе бик көслө. Эске тойғоларына таянып, киләсәген планлаштыра ала. Ҡыҫала йондоҙлоғонда тыуған кешегә сәйәхәт, карьера баҫҡысы буйлап үрләүҙе хәбәр иткән төштәр инә.

Тәкә.  Ул, үҙ киләсәген яҡшы итеп күреүҙән тыш, донъяуи ваҡиғаларҙы ла алдан күрә ала. Шәхси төштәрендә үткән хәл-ваҡиғаларға аңлатма ла таба.

Ылаҡ. Үҙенең төштәренә бик ышана. Ул, гүйә, төшөндә тормоштоң бөтә ваҡиғаларын үҙ урынына урынлаштыра. Ошондай киләсәккә ышанған саҡта төштәре тормошҡа аша.

Уҡсы. Төштәренең айырым өлөштәре ысынбарлыҡҡа аша. Был иһә төш күреүсене лә шаҡ ҡатыра.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: