Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 16:05

Юл фажиғәләре - 4 март

Кисә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, биш кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 4 март
Юл фажиғәләре - 4 март

Киске сәғәт унынсыла Әбйәлил районында, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автоюлының 276-сы саҡрымында, Силәбе өлкәһенән 36 йәшлек ир "Газель" йөк машинаһында Белорет районынан 56 йәшлек йәйәүлене тапаған. Йәйәүле үлемесле йәрәхәттәрҙән йән биргән. Водителдең һүҙе буйынса, йәйәүле юл уртаһынан килгән, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.

Уҙған тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2400-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, шул иҫәптән 26 иҫерек водитель тотолған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: