Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 16:42

Ялған мәғлүмәт: Тиҙҙән аҙыҡ-түлек дефициты буласаҡ!

Социаль селтәрҙәрҙә магазиндарҙа бер ҡулға һатып алыуға сикләүҙәр индерелеүе тураһында мәғлүмәт таралған.

Ялған мәғлүмәт: Тиҙҙән аҙыҡ-түлек дефициты буласаҡ!
Ялған мәғлүмәт: Тиҙҙән аҙыҡ-түлек дефициты буласаҡ!

Иң кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар барыһына ла етерлек, тип белдерә войнасфейками.рф порталы. Сикләү саралары алыпһатарҙар менән көрәшеү өсөн күрелә. Баҡтиһәң, ҡайһы бер төбәктә бәғзе кешеләр минималь хаҡ ҡуйылған тауарҙы күпләп ала башлаған. Әлбиттә, шәхси файҙаланыу өсөн түгел, ә хаҡты арттырып һатыу өсөн. Һүҙ тонналап алынған шәкәр һәм ярма хаҡында бара. Рәсәй сауҙа селтәре ошондай хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында социаль мөһим тауарҙы бер ҡулға сикләп һатыу өсөн рөхсәт һораған. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы был идеяны хуплаған.

Социаль мөһим тауарҙар исемлеген Хөкүмәт раҫлаған (https://base.garant.ru/12177401/), уға 24 продукт инә — икмәк, он, һөт, йомортҡа, шәкәр, тоҙ һәм ҡайһы бер ит төрҙәре һ.б.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: