Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 22:20

Водителдәр иғтибарына

Бөгөн 21:45 сәғ. алып, һауа торошона бәйле, М-5 “Урал” федераль автоюлының 1194-се саҡрымынан алып (Ырымбур өлкәһе, Төньяҡ тораҡ пункты) 1375-се саҡрымына тиклем (Башҡортостан, Көнсығыш тораҡ пункты) пассажир автобустарының, маршрут һәм еңел такси, йөк транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм уңайлы һауа шарттарына тиклем алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә!

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Бөгөн киске сәғәт етенсе яртыла Белорет районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 112-се саҡрымында, "Lada Largus" менән "Renault logan" машиналары бәрелешкән. Әлегә билдәле булыуынса, биш кеше, шул иҫәптән бер бала, йәрәхәтләнгән. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында "Приуралье" юл ойошмаһының тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итергә була: +7(347) 286-07-18.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: