Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 22:36

Владимир Путин тынысландырҙы...

Бөгөн Рәсәй Президенты үҙебеҙҙең авиакомпанияларҙың осоу составы ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашты. Ул төрлө һорауға яуап бирҙе, һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Рәсәйҙә айырым һәм ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелерме? 

Владимир Путин тынысландырҙы...
Владимир Путин тынысландырҙы...

Президент белдереүенсә, бындай план юҡ. Айырым хәл тәртибе ҙур эске хәүеф булғанда индерелә, ә ғәҙәттән тыш хәл – тәбиғи йә техноген һәләкәттәрҙә. “Беҙҙә, Аллаға шөкөр, ундай хәл юҡ. Беҙ бер ниндәй ҙә айырым хәл тәртибе индермәйбеҙ, кәрәкмәй ҙә”, - тине Владимир Путин.

Ул аңлатма биреп киткән тағы бер мәсьәлә: Украиналағы махсус операцияла әрмегә яңы алынған йәш һалдаттарҙың ҡатнашыу-ҡатнашмауы.

Был операцияла бары тик профессиональ хәрбиҙәр – офицерҙар һәм “контрактник”тар ғына ҡатнаша. Бер генә призывник та юҡ, беҙ уларҙы ебәрмәйәсәкбеҙ ҙә. Тағы берҙе ҡабатлайым: был операцияла үҙҙәре ирекле рәүештә бик яуаплы һөнәрҙе – Ватанды һаҡлауҙы – һайлаған ир-егеттәр генә ҡатнаша. Улар бурыстарын намыҫ менән үтәй”, - тине Президент.

Фото: Кремлин.ру.

Владимир Путин тынысландырҙы...
Владимир Путин тынысландырҙы...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: