Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 08:36

Вакциналау буйынса ниндәй район алдынғы?

 4 мартҡа ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала вакциналанырға тейешле халыҡтың   99,87 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. 

Вакциналау буйынса ниндәй район алдынғы?
Вакциналау буйынса ниндәй район алдынғы?

    2 331 440  кеше тулыһынса вакциналанған. Ә план буйынса    2,4 млн  кеше вакцина эшләтергә тейеш. 

Прививкалау кампанияһының лидеры – Бүздәк районы. Унда халыҡтың 140 проценты ковидҡа ҡаршы прививка эшләткән.

25 муниципалитетта был күрһәткес 100 проценттан түбәнерәк. Межгорье, Октябрьский ҡалаларында һәм Белорет районында был күрһәткес  77, 78 һәм 79 процент ҡына тәшкил итә.

Шулай итеп, Башҡортостанда коллектив иммунитетҡа өлгәшелгән тип әйтергә мөмкин. Был иһә бөтә сикләүҙәрҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Социаль дистанция, битлек режимы һәм ҡулды антисептик менән эшкәртеү кеүек кенә һаҡланыу саралары ҡалыуы ихтимал.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: