Бөгөн иртән интернет селтәрендә таралған, Samsung компанияһы үҙе етештергән тауарҙарын Рәсәй баҙарына сығармаясаҡ, тигән хәбәр күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Уны Bloomberg яңылыҡтар агентлығы таратҡайны. Әммә шуныһы һөйөнөслө, был агентлыҡтың ҡайһы хәбәрҙәре кеүек үк, быныһы ла дөрөҫ булмай сыҡты.
Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, Samsung компанияһы етештергән тауарҙарҙы Рәсәй баҙарына сығарыу ваҡытлыса ғына туҡтатылған, тиҙҙән барыһы ла яйланасаҡ, бөтә ҡушылмалар һәм сервис хеҙмәтләндереүе элеккесә эшләйәсәк. Компанияның рәсми магазиндары ла эшен дауам итә.
Фото:интернет селтәренән.