Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 09:20

Саңғы марафоны үтә

Баш ҡаланың "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексында 37-се тапҡыр Өфө саңғы марафоны ойошторола. Бында билдәле Рәсәй чемпиондары ла киләсәк.

Саңғы марафоны үтә
Саңғы марафоны үтә
8 мартта сәғәт иртәнге 10-да тәүге уҙышҡа - 5 һәм 10 км - старт бирелә. Сәғәт 11-ҙә марафонсылар сығасаҡ. 30 км дистанция ла, балалар өсөн юл да бар. Билдәле Иван Черезов, Максим Чудов, Николай Круглов, Дмитрий Ярошенконы ла көтәләр. Барлығы 700 ҡатнашыусы буласағы күҙаллаа.
 
ufaski.ru сайтында тулыраҡ белешмә бар.
Был марафон "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проектына ярашлы уҙғарыла. 

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
 
Саңғы марафоны үтә
Саңғы марафоны үтә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: